Дим буйҙары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Май , 14:58

Сүп-сарҙы ваҡытында сығармаһалар, нимә эшләргә?

Сүп-сарҙы ваҡытында сығармаһалар, нимә эшләргә? Башҡортостан Республикаһының Экология министрлығы белгестәре аңлата.

Идара итеүсе компанияға йәки муниципалитет хакимиәтенә (контейнер майҙансығы кем ҡарамағында булыуына ҡарап) ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу графигын боҙғандарына ҡарата ялыу менән мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Улар, ҡағиҙә боҙоуҙың көнөн, ваҡытын һәм урынын күрһәтеп, төбәк операторына белдереү ебәрергә тейеш.

Билдәләнгән ваҡытта төбәк операторы вәкиле идара итеүсе компания йәки хакимиәт белгестәре менән берлектә хоҡуҡ боҙоу тураһында акт төҙөйәсәк. Әгәр вәкил килмәһә, акт мәнфәғәте булмаған ике йәки унан күберәк кешеләр алдында төҙөлә. Идара итеүсе компания йәки муниципалитет хакимиәте белгестәре ҡағиҙә боҙоуҙы фотоға йәки видеоға төшөрөргә тейеш.

3 эш көнө эсендә идара итеүсе компания йәки хакимиәт белгестәре актты төбәк операторына ебәрә.

Белгестәр Башҡортостан Экология министрлығының электрон почтаһына шулай уҡ түбәндәге документтарҙы ебәрәсәк:

— комиссия ҡул ҡуйған акттың күсермәһе;
— төбәк операторына акт төҙөргә саҡырыу ебәреү түраһындағы белдереү;
— акттың төбәк операторына йүнәлтелеүе тураһында белдереү;
— ҡағиҙә боҙоу датаһын һәм контейнер майҙансығының урынын күрһәткән фото һәм (йәки) видеофиксация.


Республика Экология министрлығының электрон почтаһы: [email protected]


Башҡортостан төбәк операторҙары менән бәйләнеш өсөн мәғлүмәт:

▫ «Ҡаланы таҙартыу буйынса махсус автохужалыҡ»

Ҡыҙыу линия: 8 800-347-80-03
Whatsapp: +79867044088
E-mail: [email protected]

▫ «Эко-Сити»

8 (347) 298-04-90
8 965-939-49-00 (Билайн)
8 989-959-49-00 (МТС)
8 937-497-49-00 (Мегафон)
Whatsapp: +7 903 311-04-90

▫ «Экология Т»

Ҡыҙыу линия: 8 (800) 250-01-85
WhatsApp: 8(989) 950-06-77
E-mail: [email protected]

Һеҙҙең муниципалитетта ниндәй төбәк операторы эшләгәнен чат-ботта белергә мөмкин: vk.cc/csNqLP.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: