Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Август , 16:48

Туҡайҙа юл heм урам яңыртылды

Әлшәй юл ремонтлау-төҙөлөшө участогының Бишбүләктeге эшселәре 2,6 километр оҙонлоғындағы юлға асфальт һалды

Туҡайҙа юл heм урам яңыртылды
Туҡайҙа юл heм урам яңыртылды

Тукай ауылына беренсе нигеҙ һалыусылар 1919 йылда үҙ ауылдарын төҙөргә ниәтләгәндә, алдан уйлағандар. Улар ниндәй әһәмиәтле эш башҡарған һуң? Ә бына нимә: ҡалҡыулыҡтар hәм урмандар араһындағы уңайлы, матур ерҙe таҙа һыулы шишмә эҙләп табып, уны ауыл хөрмәтенә Тукай, тип атап, үҙ йорттарын тап бына шулай төҙөгәндәр, ауылдың төп урамы оло юлдың дауамы булған. Башта ул арбаларға hәм саналарға егелгән аттар hәм үгеҙҙәр өсөн ауыл юлы булған (бында әле 20 йыл элек ишәк тә еккәндәр), ә унна һуң велосипедтар, мотоциклдар hәм автомобилдәр өсөн шоссе юлы булған, уҙған быуаттың 60-сы йылдары аҙағынан Ырымбур сигенә ҡәҙәр һуҙылған Бишбүләк-Айыт юлына асфальт һалынған. Шулай булғас, районда беренсе булып бөтә ауылға асфальт урам тап бына Йылбулаҡтамаҡ ауыл советының Туҡай ауылында барлыҡҡа килгәндәр. Хәҙерге ваҡытта ул тулыһынса емерелгәйне.

— Июль минең бригада юлсылары өсөн бик ҡыҙыу һәм хатта ҡайһы берҙә  арыу сигенә еткерҙе. Ямғырҙар эшкә бик ҡамасаулыны бит, — ти Әлшәй  ДРСУ-ның Бишбүләк участогы юл мастеры Зөлфәт Муллаян улы Сәбәхов. — Беҙ 2,6 саҡрым оҙонлоҡтағы Бишбүләк — Айыт юлына ҡайнар асфальт йәйҙек, Туҡай тораҡ пунктынакергән юлдан башлап, артабан да Айыт йүнәлешендә эшебеҙҙе дауам иттек. Хәҙерге ваҡытта юл ҡырыйына ҡырсынташ ҡатнашмаһы һибелә. Машина йөрөтөүселәр Андрей Иванович Романов hәм Владимир Николаевич Степанов, катокта эшләүсе Сергей Ильич Фомин, автогрейдерсы Валерий Анатольевич Петров, шулай уҡ юл эшселәре Александр Николаевич Иванов hәм Юрий Владимирович Вьюшков үҙ эштәрен намыҫ менән башҡарҙылар. Асфальтты беҙҙең Бишбүләк асфальт заводы килтерҙе.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы

Туҡайҙа юл heм урам яңыртылды
Туҡайҙа юл heм урам яңыртылды
Автор:
Читайте нас: