

Был йәмәғәт ойошмалары етәксеһе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Мацкевич хәбәр итеүенсә, муниципалитеттарҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәләре базаһында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының 71 бүлексәһе эшләй, уларҙың етәүһе Өфөлә урынлашҡан. Бүлексәләр 20 меңдән ашыу кешене берләштерә.
2025-2026 йылдарҙа штаб ирекмәндәре гуманитар ылауҙар өсөн 294 берәмек автотехника, 200 дизель һәм бензин генераторы, 64 мобиль мунса оҙатҡан, шулай уҡ 35 меңдән ашыу маскировка селтәре, 73 меңдән ашыу һаҡланыу костюмы, антидрон плащтар һәм юрғандар, яҡынса 72 мең окоп шәмдәре һәм башҡа кәрәк-яраҡтар әҙерләгән.
Бынан тыш, штаб бүлексәләрендә даими нигеҙҙә бушлай юридик ярҙам көндәре, шулай уҡ түләүҙәрҙе һәм льготаларҙы рәсмиләштереү буйынса «Изге эштәр көнө» ойошторола. Һуңғы ике йылда 6 меңгә яҡын ғаилә ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләүҙә, ҡар таҙартыуҙа, ер һөрөүҙә, медикаменттар ташыуҙа ярҙам алыуға ирешкән.
Ватан яугирҙары ғаиләләренең төбәк комитеты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың тормош иптәштәрен һәм әсәйҙәрен берләштерә. Ойошма эшмәкәрлеге биш төп йүнәлеште үҙ эсенә ала: граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү, ветерандарҙы социаль яраҡлаштырыу һәм патриотик тәрбиә биреү буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу, хәбәрһеҙ юғалған йәки әсирлектә булған яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, гуманитар миссиялар һәм оператив ярҙам өсөн һанлы онлайн-платформаны үҫтереү.
– Беҙ ведомство-ара хеҙмәттәшлектең ныҡлы системаһын булдырҙыҡ. Атап әйткәндә, ойошма алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яугирҙарҙы социалләштереү һәм тормошҡа яраҡлаштырыу буйынса республика МХО ветерандары ассоциацияһының ышаныслы партнерына әйләнде, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Эльвира Мацкевич. – Шуныһы мөһим: комитет яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткән ғәскәри частар етәкселеге менән рәсми рәүештә үҙ-ара эшләй, һәм был киҫкен мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итергә мөмкинлек бирә. Был эш реаль һөҙөмтәләр килтерә. Беҙ егеттәрҙе күрәбеҙ, уларҙың ихтыяждары хаҡында беләбеҙ һәм, арттарында ышаныслы һәм көслө Башҡортостан булыуын тойһондар өсөн, барыһын да эшләйбеҙ.
Төбәк етәксеһе штабҡа һәм Комитетҡа эште һөҙөмтәле ойошторғандары өсөн рәхмәт әйтте һәм улар, тотош республика менән бергә ЕҢЕҮ ӨСӨН БАРЫҺЫН да эшләй, тип билдәләне.
Сығанаҡ: bashgazet.ru