+20 °С
Дождь


Республика етәксеһе мәғлүмәттәре буйынса, 96 мең гектар майҙанда эштәр тамамланған, был культуралар биләгән баҫыуҙарҙың өстән бер өлөшөн тәшкил итә.
«Яңы уңыштан 351 мең тонна игенен һуғып алынған. Гектарынан уртаса 39 центнер уңыш йыйыла – яҡшы һан! Игенселәрҙең эше күп әле. Сиратта – борсаҡ, арпа, яҙғы бойҙай, майлы культуралар. Республика аграрийҙары алдында баш эйәбеҙ. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, улар лайыҡлы һөҙөмтәләр күрһәтә. Беҙҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге, һис бер арттырыуһыҙ, шунан тора», – тине Хәбиров.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-07-28/h-birov-uzhym-kulturalaryn-yyyyu-buyynsa-aldyn-y-rayondar-y-atany-4660093
Фото: Олег Яровиков | Башинформ