Дим буйҙары
+19 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
6 Октября 2019, 16:56
Кәбеҫтә менән һарымһаҡты нисек һаҡлау яҡшыраҡ?
Кәбеҫтә менән һарымһаҡты нисек һаҡлау яҡшыраҡ?
Кәбеҫтә аҙыҡ-түлек пленкаһына төрөп ҡуйғанда яҡшыраҡ һаҡлана. Һәр береһен айырым-айырым һауа инмәҫлек итеп 2-3 ҡат төрөргә һәм баҙға төшөрөргә кәрәк. Пленка кәбеҫтәгә мөмкин тиклем нығыраҡ йәбешеп торорға тейеш.
Ә һарымһаҡҡа килгәндә, ул ҡыш уртаһында уҡ кибә, серей башларға мөмкин. Быны булдырмау өсөн, киптерелгән һарымһаҡты эмалле кәстрүлдә бойҙай оно менән аралаштырып һаҡларға мөмкин. Һарымһаҡтар бер-береһенә тейеп тормаҫҡа тейеш. Өҫтөнә лә күмелерлек итеп он һибергә. Кәстрүлдең ҡапҡасын ҡапларға һәм аш-һыу бүлмәһенә ҡоро урынға ҡуйырға.
Һарымһаҡ он эсендә яҙға тиклем боҙолмай һаҡлана. Ул серемәһен, үҫмәһен өсөн төбөндәге ваҡ тамырҙарын яндырырға ла була.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"