

Йылбулаҡтамаҡ ауылында 65 йәштән өлкәндәр тәбиғәттә ял итте. Матур һәм уңайлы беседкала бергәләп сәй эсеү, ихлас һөйләшеү-аралашыуҙар мул һыйлы табын артында барҙы. Тирә-яҡта күңелгә таныш көй-моңдар яңғыраны, программала ҡаралғанса, йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барған сарала күңелле уйындар ҙа үткәрелде. Ҡайһы берҙә көндәлек ығы-зығыла күптәргә аралашыу етмәй, шуға күрә дөйөм өҫтәл артында дуҫтарса йылы һәм йәнле әңгәмә дауам итте.
Йәмле Дим буйында ваҡыт һиҙҙермәйенсә үтте. Әммә кисәнең ысын хазинаһы булып ижади сығыштар торҙо. Нәркиз Хәкимов башҡарыуында йыр яңғырағанда, бөтә донъя туҡталғандай тойолдо. Наркиз Муллахмәт улының моңло тауышына ҡатыны Гөлфирә Мансур ҡыҙының баян менән ҡушылыуы күңелдәрҙе елкендерҙе. Ғаилә парының сығышын рәхмәтле тамашасылар бик оҙаҡ алҡышланы.
Бындай матур сараны ойошторған Зилүрә Рауил ҡыҙы, Мөнирә Хәйруллина һәм Гөлфирә Мансур ҡыҙы ауылдаштарына күпме йылылыҡ өләште! Уларҙың хәстәрлеге менән ғәҙәти көн мәңгегә хәтерҙә ҡалырлыҡ ваҡиғаға әйләнде. Хушлашҡанда һәр кем ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
https://vk.ru/public204067658