Дим буйҙары
+12 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
20 Ноября 2019, 06:25
Хужабикәгә кәңәш
- Ҡыҙҙырылған картуф тәмлерәк булһын өсөн, уға һуғанды айырым ҡыҙҙырып ҡушығыҙ.
- Хужабикәләр кәтлит әҙерләгәндә, күпме тоҙ һалырға, тип аптырай. Ашнаҡсылар 1 кг фаршҡа 2 ҡалаҡ тоҙ һалырға кәңәш итә.
- Кәбеҫтәне бешергәндә өҫтөнә ҡапҡас япмағыҙ. Бешеп етер алдынан аҙ ғына аш һеркәһе һәм шәкәр өҫтәгеҙ. Шулай эшләгән саҡта йәшелсәнең тәме бөтөнләй икенсе була.
- Рассольникҡа ҡыярҙы ҡыҙҙырып йәки бешереп һалһаң, һурпа тәмлерәк була.
- Итте ҡыҙҙырғас, уны бүлмә температураһында «ял иттерегеҙ». Был ваҡытта ит уртаһындағы һыу бөтөн иткә тарала һәм ризыҡ тәмлерәк була.
- Күмәс һәм кекстар матур булһын өсөн, улар бешкәс, өҫтөнә глазурь яғығыҙ. 2 – 3 ҡалаҡ шәкәрҙе шул уҡ күләмдәге һөттә иретегеҙ һәм сироп барлыҡҡа килгәнсе газ өҫтөндә йылытығыҙ.
- Тәмләткестәрҙе быяла һауытта һаҡлағыҙ. Ҡағыҙ пакеттар уларҙың тәмен боҙа.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"