Дим буйҙары
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Март 2020, 11:45

Кәмемәйек, йәмәғәт!

“2020 йыл башына Башҡортостанда даими йәшәүсе халыҡ һаны 4037,8 мең тәшкил иткән. Былтырғы осор менән сағыштырғанда 13,2 мең кешегә аҙыраҡ”, - тип хәбәр итәләр Дәүләт статистикаһы хеҙмәтенән.

Эксперттар билдәләүенсә, былтыр төбәктә үлеүселәр һәм тыуыусылар һанының кәмеүе теркәлгән.
“Республикала халыҡ һанының тәбиғи кәмеүе күҙәтелә. 2018 йылда 47 мең сабый тыуһа, былтыр 42 меңдән аҙ ғына күберәк бала донъяға килгән. Һәм, киреһенсә, 2018 йылда 50,4 мең кеше үлһә, былтыр 49,2 мең кеше баҡыйлыҡҡа күскән”, - тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Башҡортостанда биш йыл эсендә төрлө дәүләт ярҙамы һәм маҡсатлы саралар һөҙөмтәһендә тыуымды 8414 осраҡҡа арттырыу бурысы ҡуйыла. Ойоштороу саралары планына ярашлы, тыуымды арттырыуға йүнәлтелгән өҫтәмә саралар буйынса ярҙамсы репродуктив технологиялар ҡулланыу (ЭКО), шулай уҡ эмбриондарҙы криокүсереү, ҡатын-ҡыҙҙарға абортҡа тиклем консультациялар үткәреү (тәү сиратта, шәхси клиникаларҙа) өсөн бюджеттан 83,2 миллион бүлеү күҙ уңында тотола. Никахҡа инеүсе йәш парҙарға, ЗАГС органдарына ғариза биргәндән алып, бушлай медицина тикшереүен башлау күҙаллана.
“Демография” милли проекты ла әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау йәһәтенән күп сараларҙы үҙ эсенә ала. Сөнки илдәге демографик хәл менән дәүләтебеҙҙең киләсәге туранан-тура бәйле.
Фото: башкирскаямедь.рф
Читайте нас: