Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Март 2020, 11:15

Агросәнәғәт форумы бара

лӨфөләге "ВДНХ-Экспо" күргәҙмәләр комплексында үткәрелгән киң масштаблы экспозиция Агросәнәғәт форумы сиктәрендә ойошторолдо. Уның эшендә Рәсәйҙең 30 төбәгенән 350-гә яҡын компания ҡатнаша. Тәүге тапҡыр күргәҙмәлә Ҡалмыҡ Республикаһы, Воронеж, Һарытау өлкәләре үҙҙәренең коллектив стендтарын тәҡдим итте.

Күргәҙмә йүнәлештәренең береһе булып "Фермер хужалыҡтары тауарҙары" тора. Ул урындағы фермерҙарҙың һәм ауыл хужалығы кооперативтарының, Башҡортостандың алдынғы компанияларының тауарҙарын берләштерә.
"АгроКомплекс" махсуслаштырылған күргәҙмәһе сиктәрендә республика башлығы Радий Хәбиров Ҡалтасы районының "Победа" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең һөтсөлөк-тауар фермаһының беренсе сиратын файҙаланыуға тапшырыуҙа ла ҡатнашты. Ферманы асыу тантанаһы тура эфирҙа телекүпер рәүешендә алып барылды.
Яңы малсылыҡ комплексы 1200 баш һыйыр малына иҫәпләнгән. Бында бөтә эштәр автоматлаштырылып, кеше хеҙмәте күпкә еңелләштерелгән.

Агрохолдингтың инвестиция проекты киләсәктә биш мең башҡа иҫәпләнгән малсылыҡ фермаһы төҙөүҙе, сырҙың бер нисә ҡаты төрөн етештергән завод асыуҙы, Ҡалтасы, Яңауыл райондарында һөт эшкәртеү предприятиеларын модернизациялауҙы күҙаллай. Йылына 36 мең тонна һөт эшкәртеү ҡеүәтенә эйә булған комплексҡа һалынасаҡ дөйөм инвестиция күләме 2,3 миллиард һум тәшкил итәсәк. Киләсәктә 170 яңы эш урыны булдырыу ҡарала.
Шуныһы ҡыуаныслы: төбәктә бындай агрохолдингтар төҙөү "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү", "Һанлы иҡтисад" милли проекттарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Читайте нас: