Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Март 2020, 11:50

Бар мәғлүмәттәр - электрон вариантта

Башҡортостан быйыл үҙ-ара электрон хеҙмәттәшлек ситемаһын үҫтереүгә субсидия алыр тип көтөлә.

Республика Хөкүмәте һәм Рәсәй Коммуникатив бәйләнештәр министрлығы араһында был турала тейешле килешеү төҙөлгән. Субсидия Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса эшләнгән «Һанлы иҡтисад» милли программаһын үтәү сиктәрендә бүленә. Башҡортостан Һанлы үҫеш министрлығының матбуғат секретары Алевтина Дауытова аңлатыуынса, федераль софинанслау «Һанлы дәүләт идаралығы» төбәк проектын үтәүгә йүнәлтеләсәк. Ул үҙ-ара хеҙмәттәшлектең ведомство-ара системаһы сервистарын һәм мәғлүмәттәрен электрон рәүешкә күсереүҙе күҙаллай. Белгестәр билдәләүенсә, был ведомстволар араһында мәғлүмәттәрҙе тиҙерәк тапшырырға, тимәк, дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙең сифатын һәм тиҙлеген күтәреүгә ярҙам итәсәк. «Башинформ» агентлығы материалдарынан.
Башинформ.
Читайте нас: