Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Март 2020, 16:40

Бассейндар, кинотеатрҙар ябыла...

Республикала коронавирусҡа бәйле хәүефһеҙлек саралары тағы ла көсәйтелә. Бөгөндән Башҡортостандағы барлыҡ кинотеатрҙар һәм бассейндар ябыла. Быға тиклем 250 кеше ҡатнашҡан саралар рөхсәт ителһә, бөгөндән улар һаны 50 кешегә тиклем ҡыҫҡартыла.

Уларҙың береһе Башҡортостан менән Татарстан, икенсеһе Силәбе өлкәһе менән сиктә урынлашасаҡ. Бында коронавирус инфекцияһын йөрөтөү ихтималлығы булғандар урынлаштырыласаҡ. Шулай итеп, беҙҙә бөтәһе өс обсерватор буласаҡ.
Әйткәндәй, кешеләр һанына бәйле үҙгәрештәр Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәләргә лә ҡағыласаҡ. Киләһе аҙнанан алып, унда 100 кеше урынына 50 кеше генә киләсәк. Радий Фәрит улы муниципалитет башлыҡтарына, кәрәкмәгән урында эш күрһәтмәҫкә, илленән ашыу кеше ҡатнашлығындағы саралар үткәрмәҫкә ҡушты.
- Хәлдең нисек булыуына ҡарап, артабан да өҫтәмә сикләү саралары күреүебеҙ ихтимал. Республика халҡын быға аңлап ҡарауҙы һорайым, - тине Радий Хәбиров.
Эйе, республиканы ғына түгел, ә илде һәм бөтә донъяны ауыр мәлдәр көтә. Был иҡтисадҡа ла ҡағыла. Радий Хәбиров Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаровҡа ошо арала предприятиеларға һәм инфраструктураға ярҙам итеү буйынса документ әҙерләргә ҡушты. Хакимиәт башлыҡтарына эште туҡтатмаҫҡа, артабан да инвесторҙар һәм эшҡыуарҙар менән эшләргә кәрәк, тине.
- Беҙҙә әле ғәҙәттән тыш хәл күҙәтелә. Ни өсөн ҡайһы бер хакимиәт башлыҡтары урындарында юҡ? Архангел, Ауырғазы, Балтас, Бәләбәй һәм башҡа район хакимиәттәре башлыҡтары ялда. Миңә аңлатма яҙһындар һәм иртәгә үк эштә ултырһындар, - тине төбәк етәксеһе.
Фото: Твиттер.
Читайте нас: