Дим буйҙары
+20 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
23 Марта 2020, 07:35
Табиптар ни өсөн сығанаҡ бармаҡты “ярата”
Моғайын, ҡан анализын ғүмерендә бер тапҡыр ҙа тапшырмаған кеше юҡтыр.
Ул бик мөһим анализ. Тәү сиратта ул кеше организмындағы шәкәр кимәлен билдәләү өсөн кәрәк. Анализ алыу кабинетына ингән һайын ҡанды ни өсөн сығанаҡ (безымянный) бармаҡтан алалар икән? Әллә бының берәй ғилләһе бармы?
Әлбиттә, табиптар быны һис тә юҡҡа эшләмәй, ҡәтғи инструкция ошоно талап итә. Тәүге сәбәп – хәүефһеҙлек мәсьәләһе. Кешенең тән тиреһен тишеү һәр саҡта ла хәүефле, йоғошло сир менән зарарлауҙары ихтимал. Әгәр ҙә шундай күңелһеҙ хәл килеп тыуһа, бармаҡ остарындағы зарарланған урынды дауалауы еңелерәк.
Икенсенән, сығанаҡ бармаҡтағы яра тиҙ бөтәшә. Шул сәбәпле ҡандың зарарланыу хәүефе ҡырҡа кәмей. Өҫтәүенә сығанаҡ бармаҡ, башҡаларынан айырмалы, “иң ялҡауы” ла. Башҡа бармаҡтар көсөргәнешле эшләгәндә, ул бер аҙ ситтәрәк ҡала. Әммә ҡан анализын алғанда бөтә ауырлыҡ уға төшә.
bash-asilikyl.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"