Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Март 2020, 22:15

Витаминға ҡытлыҡ кисергәндә

Был тәмле сәйҙе яҙ, организм витаминға ҡытлыҡ кисергәндә, эсеү файҙалы.

Киптерелгән миләш еләге (7 өлөш) һәм кипкән кесерткән япрағы (3 өлөш) алына. Шул ваҡланған массаға 2 стакан ҡайнап торған һыу ҡойоп, 4 сәғәт тотоп, һөҙөргә. Уны көнөнә 3-4 тапҡыр ашарҙан алда 20 минут элек эсергә. Был сәйҙә С, К, Р витаминдары, каротин, галл һәм ҡырмыҫҡа кислотаһы, хлорофилл һәм башҡа файҙалы матдәләр бар.
Бик арыған мәлдә лимон ярҙам итә. Емеште уртаға ҡырҡығыҙ һәм һутын һығып алығыҙ. Уның бер өлөшөн муйынға, ҡолаҡ артына һөртөгөҙ. Ҡалғанына ҡайнар һыу ҡушығыҙ һәм бәләкәй генә йотомдар менән эсегеҙ. Әгәр ҙә бик әсе булһа, шәкәр өҫтәргә мөмкин. С витаминына һәм организмға көс-ҡеүәт өҫтәгән, иммунитетты нығытҡан биологик әүҙем матдәләргә бай.
Тағы бер ысул. Термосҡа 1-әр ҡалаҡ гөлйемеш менән миләш емеше һалығыҙ. Литр ярым һыуҙы ҡайнатығыҙ һәм бер аҙ һыуытығыҙ, шунан термосҡа ҡойоғоҙ. Бер сәғәт тµнәткәс, витаминлы сәй әҙер була. Еңел үҙләштерелгән файҙалы эсемлек хәлегеҙҙе тиҙ яҡшыртыр.
Читайте нас: