Дим буйҙары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Март 2020, 11:15

Тәүҙә имбирь, хәҙер сода...

Коронавирус эпидемияһы кешене нимәләр генә эшләргә мәжбүр итмәй: ҡайһы саҡ был халыҡҡа ҡарап аптырарһың да, көлөрһөң дә. Шулай булмаһа, һәр һүҙгә ышанып, шуны эсһәң, вирус эләкмәй, быны файҙаланһаң, йоҡмай тип, кибет кәштәләрендәге ҡайһы бер әйберҙәрҙе бушатырға булышлыҡ итер инеме?!

Ҡарабойҙайҙы ла тултырҙыҡ, бәҙрәф ҡағыҙҙарын да өйҙөк, хәҙер бәғзе берәүҙәр бер ҡасан да ҡулланып та ҡарамаған имбирь тамырына “йәбеште”. Һатыусылар ҙа иҫәр түгел, ниндәй тауар үтемле, шуға “һә” тигәнсе хаҡты арттырып та ҡуя. Әгәр эпидемия башланмаҫ элек имбирҙың бер килоһын 240 һумға һатып алырға мөмкин булһа, хәҙер 550 һумдан да кәм түгел. Лимондың килоһы ла 120-130 һумдан 360-ҡа тиклем күтәрелгән. (Авторҙан: был хаҡтар бөгөнгө көндә Сибай ҡалаһы буйынса алынды).
Һуңғы арала социаль селтәрҙәрҙә имбирҙың ғәжәйеп файҙаһы хаҡында хәбәр ителә. Ә мин уны ун йылға яҡын лимон һәм бал менән бергә ҡушып ҡулланам. Был рецепты хажға барған бер апай өйрәткәйне. Хатта сит илдәргә сыҡҡанда ла ошо ҡушымтаны эшләп, һәр саҡ үҙем менән йөрөтәм. Шулай булғас, фәҡәт коронавирусҡа файҙаһы бармы, юҡмы икәнен һәр кем үҙе хәл итһен. Әйткәндәй, бөгөн тағы ла телефоныма йәһүд ғалимдары оло асыш яһаған, йәнәһе, аш содаһының иҫ киткес файҙалы икәнлеге хаҡында хәбәр килде. Тимәк, иртәгенән содаға хаҡ артыуын көт тә тор... Йә, ярай, уныһы үҙебеҙҙә етештерелә бит, һәр хәлдә ат хаҡы тормаҫ әле.
Тик шуны онотмайыҡ, генетика фәнен ошоға тиклем бер кем дә инҡар итмәгән. Ата-олатайҙарыбыҙ ҙа, әсәй-өләсәйҙәребеҙ ҙә имбирь тамыры эҙләп, лимон ашап йәшәмәгән, үҙебеҙҙә үҫкән үләндәргә, емештәргә өҫтөнлөк биргән. Күпме яуҙарға үҙ уландарының моҡсайына кипкән ҡорот һалып оҙатҡан, аҡ ризыҡ менән ҡаршылаған. Ҡиммәтле имбирь тамыры эҙләп йөрөгәнсе, баҡсағыҙҙа үҫкән туңдырылған емеш-еләктәрегеҙ менән һыйланығыҙ, рәхәтләнеп мәтрүшкәле сәй эсегеҙ, гөлйемеш, энәлек һуты әҙерләгеҙ, балан бәлеше бешерегеҙ һәм ҡоротлап һурпа эсегеҙ. Шулай уҡ һәр көн бер тырнаҡ һарымһаҡ сәйнәһәгеҙ, әллә ҡайҙан сит тарафтарҙан килгән “алтын тажлы”коронавирус һеҙҙе үҙе урап ҡасыр...
Фото: zen.yandex.ru
"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: