Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Апрель 2020, 12:03

"Әхирәтемде лә бәхетле иткем килгәйне..."

Кеше ышанмаҫтайҙы дөрөҫ булһа ла һөйләмә, тигән боронғолар. Шулай ҙа берәйһенә, бәлки, һабаҡ булыр...

“2017 йылда бер егет менән йәшәнек, бер йылдан өйләнешергә тип һүҙ ҡуйышып, көнөн дә билдәләгәйнек. Туйға тип аҡса туплай башлағайныҡ, - тип бәйән итте танышым. - Был мәлдә шәхси тормошон яйға һала алмай йөрөгән әхирәтем бар ине. Үҙемдең бөтәһе лә яҡшы барғас, уға ла ихлас ярҙам иткем килде. Ҡыҫҡаһы, һөйгәнем менән икәүләп әхирәтемә кейәү эҙләй башланыҡ. Минең таныштар араһында барыһы ла өйләнгән. Һөйгәнем үҙенекеләрҙе барланы, бергә эшләгән егет барлығын, аҡыллы, әммә бик ныҡ оялсанлығын, шунлыҡтан ҡыҙҙар менән борсағы бешмәгәнлеген бәйән итте. Шулай итеп, был икәүҙе таныштырырға булдыҡ. Беренсе күрешеүгә лә дүртәүләп йыйылдыҡ. Танышыу бик уңышлы үтте тип әйтә алмайым... Күбеһенсә минең һөйгәнем иғтибар үҙәгендә булды, әйтерһең, ҡыҙ менән ул осрашырға килгән. Әхирәтемдең күңелен яуларға тырышҡан егетемә асыуым бик килһә лә, өндәшмәнем.
Ваҡыт үткәс кенә белдем: шул көндән алып ул әхирәтем менән йәшерен осраша башлаған. Бер ай үткәс, барыһы ла асыҡланып, яңғыҙ торҙом да ҡалдым...
Шулай ике хыянатсыны кисерә алмай, ғазапланып йәшәп ятҡанымда, бер мәл кис таныш түгел номерҙан шылтыраттылар. Алғым бик килмәһә лә, һөйләшергә булдым. Был теге әхирәтемә тигән оялсан егет икән. Осрашыуға саҡыра. Нимә юғалтам әле, тинем дә ризалаштым. Баҡтиһәң, бик аҡыллы, тыйнаҡ егет икән. Оҡшаны. Осраша башланыҡ. Бер йылдан туйыбыҙ булды. Алдан беҙ планлаштырған туй түгел, ә яҙмыш ҡушҡан туй...”
Фото: tv.ua
https://bash.rbsmi.ru/
Читайте нас: