Дим буйҙары
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Апрель 2020, 12:07

Соуста әҙерләнгән балыҡ

Күңел йылыһы һалып әҙерләнгән аш-һыу ял көндәребеҙҙе тағы ла йәмләп ебәрер. Табындарыбыҙ түңәрәк, үҙебеҙ иҫән-һау булайыҡ, дуҫтар!

800 грамм балыҡ ите (филе), 50 грамм аҡ май, 250 миллилитр 20 процентлыҡ һөт өҫтө, ике тырнаҡ һарымһаҡ, бер аш ҡалағы гәрсис, тоҙ, борос, йәшел һуғандың төбө, лимон, петрушка кәрәк.
Тәүҙә балыҡ итен формаға һалабыҙ. Өҫтөнә тоҙ, борос һибәбеҙ. Шунан иретелгән аҡ майға һөт өҫтөн, һарымһаҡ, гәрсис, тоҙ ҡушып болғатырға. Соус килеп сыға. Артабан балыҡҡа ваҡлап туралған һуғанды һәм соусты өҫтәйбеҙ. Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, 15 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ. Әҙер булғас, ваҡлап киҫелгән петрушка һәм лимон менән биҙәйбеҙ.
Читайте нас в