+12 °С
Ясно


Ил башлығы белдереүенсә, льготалы ипотека дәүләт ярҙамы менән халыҡтың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн булдырылды. Программа сиктәрендә төбәктәрҙә 3 миллионғаса, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында 8 миллионға тиклем ипотека алып буласаҡ. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн дәүләттән 6,5 миллиардҡа яҡын аҡса бүленәсәк.
Тәҡдим ителгән прорамма буйынса торлаҡ һатып алырға теләүселәрҙән ғаризалар 2020 йылдың 1 ноябренә тиклем ҡабул ителә. Кредитты түләп бөткәнсе проценттың ставкаһына үҙгәрештәр индерелмәйәсәк. Әлегә яңы ипотека программаһын Сбербанк һәм ВТБ банкы хупланы.
#В.ПУТИН