Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
17 Апреля 2020, 14:55
Тиҙҙән аптекаларға коронавирусты асыҡлаусы тестар ҡайтарыласаҡ
Коронавирус инфекцияһы таралыуҙың иң юғары нөктәһе республикабыҙ баш ҡалаһында апрель аҙағы - май башында көтөлә. Был хаҡта медицина фәндәре докторы Нәүфәл Заһиҙуллин "Башҡортостан-24» телеканалы тапшырыуында белдерҙе.
Өфөлә инфекцияның ҡоторонған осоро апрель аҙағы-май башына тура килер, мөғайын, ул ваҡытта көнөнә 350-ләп кеше ауырыу йоҡторорға мөмкин, ти ул. Артабан инфекция таралыу кәмейәсәк.
Медицина фәндәре докторы донъя күләмендә бер юлы бер нисә компанияның, шул иҫәптән беҙҙең илдә лә, коронавирусҡа ҡаршы вакцина булдырыу өҫтөндә эшләүен билдәләне. Көҙ айҙарына ул әҙер булыр тип көтөлә.
"Был вакцина киләһе эпидемияны киҫәтер тип өмөтләнәбеҙ", - ти белгес.
Covid-19-тың үҙенсәлеге тураһында һөйләгәндә, табип барлыҡ инфекцияларҙың 30 проценты коронавирус инфекциялары булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, әммә уға коронавирустың уларҙан айырылыуын белдерҙе. Шуныһы күңелде тынысландыра: табип һүҙҙәре буйынса, ҡасан да булһа коронавирустың башҡа төрҙәре менән ауырып һауыҡҡандарҙың организмында Covid-19-ҡа ҡаршы тороу һәләте булырға тейеш.
Доктор әйтеүенсә, апрель-майҙа аптекаларға коронавирусты асыҡлаусы тестар ҡайтарылыуы мөмкин. Улар ҡулланылышта бик еңел буласаҡ, ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөклөмө-түгелме икәнлеген билдәләй торған тестарға оҡшатып эшләнәсәк.
kiziltan.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"