Дим буйҙары
+12 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
29 Апреля 2020, 06:19
Ниндәй төҙәтмәләр мөһим
Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге рәсәйҙәр фекеренсә Конституцияға индереләсәк мөһим төҙәтмәләрҙе атаған.
Граждандарҙың 95 %-ты дәүләттең сифатлы медицина ярҙамы менән тәьмин итеүен иң мөһим социаль төҙәтмә тип һанай.
94%-ты “балаларҙың Рәсәй дәүләт сәйәсәтенең иң мөһим өҫтөнлөгө” булыуын таныу – үтә лә мөһим тип иҫәпләй.
Табиғәтте яҡлау һәм илдең уникаль табиғәтен һаҡлау тураһындағы положениеның мөһимлеге тураһында 93% кеше белдергән.
92 % рәсәйҙәр пенсияларҙың йыл һайын мәжбүри индексацияланыуы шулай ук бик мөһим тигән фекерҙә.
Социаль өлкәлә иң әһәмиәтле биш төҙәтмәнең тағын береһе – йәшәү минимумынан кәм булмаған хеҙмәт хаҡының минималь күләмен билдәләү тураһындағы пункттың мөһимлеген халыҡтың 92 %-ты билдәләгән.
88 % рәсәйҙәр иһә дәүләт суверенитетын яҡлау өлкәһендә илдең бөтөнлөгөн һәм бүленмәүсәнлеген яҡлау тураһындағы положениены мөһим тип иҫәпләгән.
https://www.rbc.ru/
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"