Дим буйҙары
+27 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
30 Апреля 2020, 08:23
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу урыны төҙөкләндерелә
Ҡайһы бер контейнер майҙансыҡтары яңы төҫ алды —ҡоймалар барлыҡҡа килде, бактар бетон нигеҙендә урынлаштырылған
Уҙған йыл «сyп реформаһы»н тормошҡа ашырыу барышында район халҡы hәм реформаны ғәмәлгә ашырыуҙа туранан-тура ҡатнашыусылар араһында шаҡтай бәхәсле мәсьәләләр килеп тыуҙы. Төп проблема, әлбиттә инде, халыҡтың түләргә теләге булмауы ине, башта сүпте сығарыу ҙа даими рәүештә башҡарылманы — баҡтар шығырым тулы ине hәм контейнер майҙансыҡтары санитар талаптарға яуап бирмәне. Әммә бөгөн был йүнәлештә ыңғай һөҙөмтәләр бар. Халыҡ сүп-сар йыйыуға күпмелер дәрәжәлә «күнеккән», төбәк операторҙары сүп-сарҙы ваҡытында сығара, баҡтар hәр ваҡыт буш тиерлек. Бынан тыш, районда СанПин талаптары нигеҙендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар урындарын тәртипкә килтерә башланылар. Уҙған аҙнала ҡайһы бер контейнер майҙансыҡтары яңы төҫ алды — бикле ҡоймалар барлыҡҡа килде, бактар бетон нигеҙендә урынлаштырылған.
— Әлегe 10-ға яҡын контейнер майҙансығы төҙөкләндерелде. Йыл дауамында шундай 40-тан ашыу ҡоймалар урынлаштырырға планлаштырабыҙ, — тип аңлата Бишбүләк ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Рәхим улы Ситдиҡов. Сүп майҙансыҡтарын әҙерләү менән «Стройсервис», «Бижбулякгазстрой» йәмғиәттәре шөғөлләнә.
Айгөл Гәрәева.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"