Дим буйҙары
+27 °С
Дождь
Общие статьи
2 Мая 2020, 11:04

Һеҙ ниндәй хужабикә?

Түбәндәге һорауҙарға яуап биреп ҡарағыҙ әле: улар һеҙгә ниндәй хужабикә булыуығыҙҙы асыҡларға ярҙам итер.

Түбәндәге һорауҙарға яуап биреп ҡарағыҙ әле: улар һеҙгә ниндәй хужабикә булыуығыҙҙы асыҡларға ярҙам итер.
1. Һеҙҙең өйҙә һыуытҡыс та, кер йыуыу машинаһы ла, телевизор ҙа юҡ, ти. Өҫтәүенә пальтоғыҙҙы яңыртырға кәрәк. Әммә әлеге ваҡытта матди хәлегеҙ ҡыҫынҡы, уларҙың береһен генә һатып алырлыҡ аҡсағыҙ бар. Һеҙ нимәне һайлар инегеҙ?
а) һыуытҡыс – 30 мәрәй;
б) кер йыуыу машинаһы – 20 мәрәй;
в) пальто – 10 мәрәй;
г) телевизор – 5 мәрәй.
2. Кейем-һалым, һауыт-һаба кәштәләрен йыш тәртипкә килтерәһегеҙме?
Эйе – 20. Юҡ –10.
3. Һеҙ өйөгөҙҙө аҙна һайын гел бер үк көндә йыйыштырырға ғәҙәтләнгәнһегеҙме?
Эйе – 20. Юҡ – 5.
4. Ҡунаҡ саҡырһағыҙ, түрбаштан сыҡмаҫтан әҙерләнәһегеҙме?
Эйе – 8. Юҡ – 20.
5. Өҫтө бер аҙ көйгән бәлеште ҡунаҡтар алдына сығара алыр инегеҙме?
Эйе – 15. Юҡ – 6.
6. Аш-һыу әҙерләү, яңы рецепттар һынау һеҙгә рәхәтлек бирәме?
Эйе – 20. Юҡ – 3.
7. Магазинға барыр алдынан нимәләр һатып алырға кәрәклеген барлап, исемлек төҙөйһөгөҙмө?
Эйе – 20. Юҡ – 3.
8. Яратып әҙерләгән "фирма" ризығығыҙ бармы?
Эйе – 15. Юҡ – 8.
9. Гәзит-журналдарҙа, интернетта баҫылған кулинария рецепттарын йыяһығыҙмы?
Эйе – 12. Юҡ – 6.
10. Өй эштәрендә ирегеҙ һеҙгә ярҙам итәме?
Эйе – 12. Юҡ – 6.
11. Һәр кәстрүл һәм табағыҙҙың үҙ урыны бармы?
Эйе – 25. Юҡ – 5.
12. Хужалыҡта иң кәрәк әйбер һыуытҡыс тип һанайһығыҙмы?
Эйе – 4. Юҡ – 16.
Ә хәҙер йыйған мәрәйҙәрҙе һанайыҡ.
155-кә ҡәҙәр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һеҙҙе уңған хужабикә тип әйтеп булмай, ваҡытығыҙҙы дөрөҫ бүлә белмәйһегеҙ.
156-185 мәрәй.
Һеҙ бик тырыш, һәр нәмәне уйлап эшләгән хужабикә. Ҡайһы берҙә хужалыҡ-көнкүрешегеҙҙә ниндәйҙер ҡытыршылыҡтар килеп сыға икән, был, ғәҙәттә, ғаилә ағзалары арҡаһында. Әммә быға һеҙ үҙегеҙ ғәйепле: уларҙы тәртипкә өйрәтмәгәнһегеҙ, барыһын да үҙ өҫтөгөҙгә алғанһығыҙ. Был хәлде нисек төҙәтергә мөмкин – шул хаҡта уйланығыҙ.
186 мәрәй һәм унан күберәк.
Һеҙҙең өйҙә идеал тәртип! Бер туҡтамай нимәлер эшләйһегеҙ: йыуаһығыҙ, йышаһығыҙ, ялтыратаһығыҙ... Әммә өйөн тәртиптә тотоуҙы тормоштағы берҙән-бер маҡсаты тип һанаған ҡатын-ҡыҙҙы булдыҡлы хужабикә тип әйтеп булмай шул. Һеҙгә туҡтарға ваҡыт. Бер иҙәнде нисә тапҡыр йыуырға була?! Былай ҙа бар ерегеҙ ялтырап ята, бер туҙан бөртөгө юҡ. Ниһайәт, башҡа нәмәләр тураһында ла уйлағыҙ әле. Мәҫәлән, донъяла театр, китаптар ҙа бар бит...
Фото: smak.ua
Читайте нас