Дим буйҙары
+19 °С
Ясно
Общие статьи
12 Мая 2020, 16:56

Ете мөғжизәнең береһе

55 йыл элек БАССР Министрҙар Советы Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйыу тураһында ҡарар ҡабул итә.

Өфө ҡалаһының иң билдәле һәйкәле — ул, һис шикһеҙ, Салауат Юлаевҡа ҡуйылған һәйкәл. Ул Өфө һәм Башҡортостандың визит карточкаһы булып тора. Башҡортостандың үҙенең ете мөғжизәһе булһа, Салауат Юлаевҡа һәйкәл — шуларҙың береһе.
1943 йылдың 18 авгусында Башҡорт АССР Халыҡ Комиссарҙары Советы “Салауат Юлаев һәйкәле проекты тураһында” Ҡарар ҡабул итә, ул эскиз проектын ҡабул итеү буйынса дәүләт комиссияһы ҡарарын раҫлай. Һәйкәлде Өфөлә Шишмә урамының көньяҡ ситендә, Ағиҙелгә төшөр урындағы ҡалҡыулыҡта урынлаштырырға ниәтләйҙәр. Шул уҡ ҡарар буйынса республика бюджетынан эш моделен һәм һәйкәл макетын яһау эштәрен тиҙ арала башлап ебәреү, шулай уҡ уны урынлаштырыу өсөн кәрәкле архитектур проектлау һәм майҙансыҡты планлаштырыу өсөн 140 мең һум аҡса бүленә.
1943 йылдың 13 октябрендә ВКП(б)-дың Башҡортостан өлкә комитеты архитектура өлөшө һәм һәйкәл моделе булдырыу буйынса проект эштәрен тамамлау ваҡытын билдәләй. Ул Башҡорт АССР-ының 25 йыллығында әҙер булырға тейеш, тиелә. Тик ысынында был ваҡыт тағын 23 йылға һуҙыла. Һәйкәл проекты 1946 йылдың 3 авгусында СССР Министрҙар Советы ҡаршыһындағы Сәнғәт эштәре комитеты тарафынан ҡарала һәм раҫлана, өс көндән һуң “Өфө ҡалаһында Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйыу тураһында” БАССР Министрҙар Советының икенсе ҡарары ҡабул ителә. Шул уҡ ҡарар менән монументты төҙөү буйынса эш графигы ла билдәләнә. Эш моделен 1947 йылдың июненә әҙерләү күҙ уңында тотола, ә гипста уны 1948 йылдың февраленән дә һуңға ҡалмайынса раҫларға йыйыналар. 1949 йылдың марты монументты балсыҡтан табиғи ҙурлыҡта әүәләп бөтөрөү ваҡыты була. 1950 йылдың июнендә һәйкәл бронзанан ҡойолоп, октябрҙә ул әҙер пьедесталға ҡуйылырға тейеш була. 1947 йылға һәйкәл ҡуйыу буйынса эштәрҙең смета хаҡы 740 мең һум тәшкил иткән.
Әммә проектты тормошҡа ашырыу өсөн республика Хөкүмәтенең тағын бер нисә ҡарары кәрәк була. Унда скульптор С.Тавасиевтың хеҙмәттәштәре милли батырҙың сәнғәти ҡиәфәтенә үҙгәрештәр индереүҙе талап итә. Һәйкәл ҡуйыу урыны тураһында бәхәстәр күп була, сөнки төрлө варианттар финанс сығымдары буйынса шаҡтай айырылып тора. Берҙәм архитектура ансамбле төҙөү өҫтөндә эш алып барыла, һәйкәлгә майҙансыҡ төҙөү өсөн 21 йортто һүтеү һәм әлеге йорттарҙа йәшәүсе 31 ғаиләне башҡа урынға күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителә.
1961 йылдың 25 июнендә һәйкәлдең барлыҡ эш һыҙымдары СССР Мәҙәниәт министрлығы тарафынан тулыһынса раҫлана. Әммә 28 сентябрҙә партияның РСФСР буйынса бюроһы ҡарары сыға, ә ун көндән КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советының “Һәйкәлдәрне ҡороуға дәүләт һәм йәмәғәт аҡсаларын тотоноуҙа сығымдарҙы кәметеү тураһында” ҡарары ҡабул ителә. Һөҙөмтәлә, һәйкәлде төҙөүгә һуңғы рөхсәт 1965 йылдың апрелендә генә алына, ул саҡта проектҡа бөтә ҡоролманың хаҡын экономиялау һәм һәйкәлдең архитектура өлөшөн шаҡтай ябайлаштырыу маҡсатында шаҡтай үҙгәреш индерелә.
Салауат Юлаев һәйкәле 1967 йылда урынлаштырыла. Әлеге һәйкәл өсөн скульптор Сосланбек Тавасиевҡа “БАССР-ҙың халыҡ рәссамы” исеме бирелә. Ул Сәнғәт академияһының алтын миҙалына лайыҡ була һәм СССР Дәүләт премияһы (1970) менән бүләкләнә.
kiziltan.rbsmi.ru
Читайте нас