Дим буйҙары
+17 °С
Облачно
Общие статьи
5 Июня 2020, 19:54

Ҡала зыяраттары тәртипкә килтерелде

Ҡала зыяраттарында мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көндәрен үткәреүҙе ойоштороу буйынса әҙерлек эштәре тамамлана. Ҡәберлектәргә 2020 йылдың 6 июненән 30 сентябренә тиклем көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске унға тиклем барыу мөмкин буласаҡ.

Бөгөн унда ҡый йыйыу, рәшәткәләрҙе буяу, ағас олондарын ағартыу, аунаған йәки хәүеф тыуҙырған ағастарҙы бысыу кеүек эштәр башҡарылған. Быйылғы апрель айынан ошо көнгә тиклем асыҡ зыяраттан бөтәһе 1466 кубометр, ябығынан 293 кубометр сүп-сар сығарылған. Зыяраттарҙың инеү өлөшөндә ҡый һалыу өсөн 18 контейнер урынлаштырылған. 6 июнгә сүп-сар йыйыу өсөн өҫтәмә ете бункер ҡуйыласаҡ ("Көньяҡ" һәм "Төньяҡ" зыяраттарҙа икешәр, Димдә, Баланов, Сергиев зыяраттарында - берәр). Зыяраттарҙа ҡыйҙы һәм ағас ботаҡтарын ваҡытлыса һалып торорға 45 ҡаты япмалы майҙансыҡ ойошторолған, 23 биобәҙрәф ҡуйылған.
Шулай уҡ зыярат биләмәһен һәм эстәге йорттарҙы санитар-профилактик эшкәртеү, талпанға ҡаршы дезинфекция үткәреү йәһәтенән килешеүҙәр төҙөлгән. 2020 йылда зыяратты тейешле эшкәртеү килешеүҙә ҡаралған ваҡытта - 5-нән 21 майға тиклем үткәрелгән. Социаль арауыҡты (1, 5 метр) тотоу шарттары менән килгән кешеләрҙең ҡулын йыуыуҙы тәьмин итеү һәм үҫемлектәрҙе һуғарыу эштәре алып барыла. 6, 7 июндә өҫтәмә һыу һауыттары ултыртыласаҡ.
Бөтә ҡала зыяраттарында ла ковид-19 инфекцияһын иҫкәртеү, битлектә йөрөү һәм социаль аралыҡты тотоу тәртибе тураһында хәбәр ителгән 15 мәғлүмәт таҡтаһы эленгән. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының иҫтәлеген һаҡлау буйынса хәрби мемориалдарҙы ҡарап тотоуға ҙур иғтибар бирелә. "Сергиев" зыяратындағы туғандар ҡәберлектәрендәге 473 тумба һәм уларҙағы йондоҙҙар, мемориаль комплекс эргәһендәге рәшәткәләр буялған. Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашҡандарға арнап алты һәйкәл һәм 40 таҡтаташ әҙерләп ҡуйылған. Бөгөн Өфө зыяраттарында иҫәпкә алынған хәрбиҙәр күмелгән ҡәберлектәр - 2956. Һуғыш ветерандарының яҡын туғандары барып йөрөмәгәндәре лә иҫәпләнгән - улар 221 ҡәбер. Махсус хеҙмәт күрһәтеү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре ҡәберҙәрҙең эргә-тирәһен таҙарта, буяй.
Өфө ҡалаһы хакимиәте зыяраттарға барған ваҡытта социаль аралыҡты тотоу, битлек кейеү мөһимлеген тағы берҙе иҫкә төшөрә.
Фото: eparhia-ufa.ru
Читайте нас