Дим буйҙары
+13 °С
Ясно
Общие статьи
9 Июня 2020, 10:48

Тишек көршәк

Һиндостанда бер эшсе көн дә, көршәктәрен ике яҡ яурынына ултыртып, остазының өйөнә шишмәнән һыу ташыған. Бер ваҡыт әлеге һауыттарының береһе тишелгән.

Хужа уны ырғытмаған, ә эшен дауам итеп, ярты көршәк кенә һыу килтерә башлаған. Ошолай ике йыл буйына тырышҡан.
Көршәктәрҙең береһе үҙенең ярыҡ булмауына ғорурланған, ә ватығы, киреһенсә, тултырып һыу килтерә алмағанына бик оялған. Бер көндө тишеклеһе шишмәгә китеп барғанда, борсолоп:
- Ғәфү ит инде, хужам, мин тулыһынса һине шатландыра алмайым. Сөнки ташыған һыуыңдың яртыһы юлда ағып бөтә, - тигән. Һыу ташыусы иғтибар менән тыңлаған да:
- Ә ҡайтҡан саҡта матур сәскәләрҙе күрәһеңме? Юл ситендә бар донъяға нур сәсеп үҫеп ултырған гөл-сәскәләр барыһы ла һиңә рәхмәтле, - ти икән.
Шундай сихри матурлыҡҡа һоҡланып, көршәк кәйефе күтәрелеп киткән. Оҙаҡ иләҫләнеп бара торғас, ҡапыл тамсылап һыу ағыуын күреп, тағы моңая башлаған. Быны һиҙеп ҡалған һыу ташыусы:
- Ҡара әле, юлда тик һинең яҡта ғына сәскәләр емелдәшә! Мин бит етешһеҙлегеңде белдем, шуға ла ҡайтҡан саҡта юлға сәскә орлоҡтары һипкәйнем. Ә һин уларға көн һайын һыу ҡойҙоң. Бына шуға ла остазымдың өҫтәленән гөлләмәләр өҙөлмәне. Әгәр файҙаң булмаһа, әлегеләй матурлыҡ уның өйөн биҙәп торор инеме?!
Эйе, тормошта етешһеҙлектәрҙе нисек бар, шулай ҡабул итеп, дөрөҫ эш итә белеү ҙә ҙур ҡыуаныстар килтерә икән.
Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.
Фото Интернеттан.
Читайте нас