Дим буйҙары
+31 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
20 Июня 2020, 15:28
Сәй табынына
Йомортҡаһыҙ бешерелгән шарлотка
Уны әҙерләү өсөн 1 стакан он, 1 стакан манный ярмаһы, 1 стакан шәкәр ҡомо, 1 стакан кефир, 0,5 стакан иретелгән һары май йәки көнбағыш майы, тәменсә тоҙ, 1 сәй ҡалағы сода, ванилин, 3-5 әскелтем алма кәрәк буласаҡ.
Әҙерләү:
Алмаларҙы турайбыҙ һәм майлы табаға йәиһә махсус формаға һалабыҙ.
Юғарыла атап үтелгән ингридиенттарҙы бергә ҡушып болғатабыҙ, ҡамырыбыҙ ҡоймаҡтыҡы кеүек килеп сыға.
Алмаларҙы шыйыҡ ҡамыр менән ҡойоп сығабыҙ. Эҫеп әҙер торған мейескә ҡуйып, ярты сәғәт тирәһе бешереп алабыҙ.
Шарлотканың бешеп сығыуын бысаҡ йәки ағас теш таҙартҡыс менән төртөп тикшереп ҡарайбыҙ, әгәр ҡамыр йәбешеп сыҡмаһа, тимәк әҙер.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"