Дим буйҙары
+28 °С
Дождь
Общие статьи
25 Июня 2020, 12:57

Еләкле ҡаймаҡ бәлеше

Баҡсаларҙа, ялан-ҡыҙарҙарҙа еләктәр ҡыҙарып бешкән мәлдә тәмле ризыҡтар менән яҡындарыбыҙҙы һыйлайыҡ.

Ҡамыр: 2 йомортҡа, 100 грамм йомшарған һыйыр майы, 1 сәй ҡалағы ҡамыр йомшартҡыс, 1 ҡалаҡ крахмал , 50 грамм шәкәр ҡомо һалып болғатабыҙ. Йомшағыраҡ ҡамыр булырлыҡ итеп, он һалып ҡамыр яһайбыҙ. Майланған табаға ҡамырҙы ҡул менән генә йәйәбеҙ.

Ҡамыр өҫтөнә үҙегеҙ теләгән еләк (ер еләге, ҡурай еләге һ.б.) һалабыҙ. Өҫтөнә крахмал һибәбеҙ.

Ҡаймаҡлы эслек өсөн 1 стакан 20 процентлы магазин йәки ауыл ҡаймағына 50-100 грам шәкәр ҡомо, 1 йомортҡа, бер аҙ ванилин һалып болғатырға.

200 градуслы мейестә әҙер булғансы бешерәбеҙ.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булсын!!!
Читайте нас