Дим буйҙары
+21 °С
Ясно
Общие статьи
3 Июля 2020, 05:19

Тағын бер ҡурҡыныс сир тарала

Көнбайыш Монголияла тағун (чума) таралыу осраҡтары теркәлгән.

Шул сәбәпле ил властары беҙҙең Алтай менән Тыва республикалары менән сиктәш райондарында карантин саралары кереткән. Уның срогы – билдәһеҙ.
27 йәшлек егет менән бер ҡыҙҙы ауыр хәлдә дауаханаға килтереүҙәре билдәле. Чума йоҡтороуҙың сәбәбе - йәштәр сей байбаҡ ите ашаған. Ауырыған ҡыҙ 60 кеше менән туранан-тура аралашҡан, ә дөйөмбәйләнештә булыусылар һаны барлығы 400-ләп кешегә барып етә
Белешмә. Чума — бактериаль ауырыу. Ул ҡырағай хайуандарға уларҙың йөндәрендә йәшәүсе беттәрҙән күсә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, ваҡытында дауалана башламағанда был сир кәм тигәндә тәүлек эсендә кешене үлтерергә һәләтле.
Читайте нас