Дим буйҙары
+20 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
1 Сентября 2020, 13:29
Ҡарбуз, ҡауын һайлай беләһеңме?
Ҡарбуздың еңелен, ҡауындың тос, ауырын һайлағыҙ, тип кәңәш итә һатыусылар. Нисек кенә булмаһын, миҙгел ваҡытында ҡарбуз менән ҡауынды ашап ҡалырға кәрәк.
Улар һаулыҡ өсөн бик файҙалы. Улар икеһе лә организмды шлактарҙан һәм токсиндарҙан таҙарта. Ҡауында серотонин (бәхет гормоны) бүленеп сығыуға ярҙам итеүсе матдә бар. Шуға ла уны ашағас кәйеф күтәрелә. Ул шулай уҡ иммунитетты нығыта, матдәләр алмашыныуын, баш мейеһе эшмәкәрлеген яҡшырта. Составында тимер күп.
Ҡарбузда иһә аш һеңдереү процесын яйға һалыусы күҙәнәктәр, еңел эшкәртелә торған углеводтар, С, В , В , РР витаминдары, магний, калий, тимер, марганец, никель бар. Ҡарбузды бөйөр ауырыуҙары ваҡытында бәүел ҡыуҙырыусы сара булараҡ ҡулланырға кәңәш итәләр. Ҡабығы баш ауыртыуынан ярҙам итә. Бының өсөн еүеш яғын сикәгә ҡуйып 20 - 30 минут тоторға.
Ҡауын менән ҡарбуз косметологияла ла ҡулланыла.
Ҡауын йомшағы А витаминына бай. Ул тирене йомшарта, шыма итә, сәсте сәләмәтләндерә. Ҡауынды биткә һөртөргә, ҡабығын тирегә ышҡырға кәрәк. Ҡауын ағартыу үҙенсәлегенә эйә. Һипкел, пигмент таптар булғанда файҙалы. Һутын 1:1 нисбәтендә һөткә ҡушып, ҡоро тирегә һөртәләр. Уны сәс төбөнә ышҡырға ла мөмкин. 20 – 30 минуттан шампунь менән йыуалар. Процедураны аҙнаһына 2 - 3 тапҡыр ҡабатларға була.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"