Дим буйҙары
+24 °С
Дождь
Общие статьи
11 Сентября 2020, 07:00

Һалҡын тейә ҡалһа

Көҙ, ҡыш, яҙ айҙарында, ғәҙәттә һалҡын алыу хәүефе арта. Сирләп китеүселәрҙең хәлен еңеләйтеү өсөн түбәндәге рецепты тәҡдим итәбеҙ.

Ҡайнар сәйгә бер сәй ҡалағы бал, бер сәй ҡалағы ҡурай еләге ҡайнатмаһы,
бер семтем ҡыҙыл борос, бер аш ҡалағы 96 процентлы спирт йәки ике аш ҡалағы араҡы өҫтәргә. Ҡатнашманы эҫе килеш эсергә, аяҡты йылы тоторға. Ике көндән һалҡын тейеү үтәсәк.
Йүтәлдән ошондай рецепты ҡулланып ҡарағыҙ: бер алманы һәм башлы
һуғанды (таҙартмаҫҡа!) йыуырға, 4-8 өлөшкә бүлергә, 1 л һыуға һалып, һуған йомшарғансы бешерергә. Бер нисә ҡатлы марля аша һөҙөргә. Килеп сыҡҡан шыйыҡлыҡты көн эсендә эҫе килеш эсергә.
Читайте нас