Улар Радий Хәбиров менән билмән яһайҙар икән. Башҡортостан Башлығының ҡатыны, элегерәк «Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы» проекты авторы Каринэ Хәбирова БСТ эфирында, беҙҙең ғаиләлә билмән - иң яратҡан ризыҡтарҙың береһе, шуға күрә беҙ йыш ҡына ирем менән шуны әҙерләйбеҙ, тип һөйләгәйне.
- Ҡамыр йәйеү менән ир-егет шөғөлләнһә яҡшыраҡ. Беҙҙең өйҙә бының менән һәр ваҡыт ирем шөғөлләнә. Ә минең бурыс — фарш әҙерләү һәм яһарға ярҙам итеү. Билмәнде, ғәҙәттә, беҙ бөтә ғаиләбеҙ менән яһайбыҙ. Беҙҙең ғаиләлә бешергән ваҡытта ҡамыр йыртылмаһын һәм фарштың барлыҡ һуты эстә ҡалһын өсөн бик йоҡа ҡамырҙы яратмайҙар, - тип уртаҡлашҡан ине ул ваҡытта Каринэ Хәбирова үҙенең "фирма" билмәндәре сере менән.
Фото: кп.ру