+21 °С
Облачно


Тикшереү барышында алғы пассажир ултырғысы аҫтында полимер пакет табыла. Уның эсендә - ике килограмға яҡын наркотик матдә. Машина руле артында Сибай ҡалаһынан 32 йәшлек водитель ултырған була.
Йәш ир наркотик матдәне үҙе өсөн һатып алыуын, йәғни интернет-магазин аша заказ биреп, Мәскәүҙән "серле урын"дан алып ҡайтыуын белдерә. Әммә уның янында электрон үлсәүҙең, таҫма рулондың һәм бик күп полимер пакеттарҙың булыуы ҙур һорау тыуҙыра. Ғәйепләнеүсе ҡулға алынған, уға ҡарата енәйәт эше асылған.
Фото: yarreg.ru