

Кәрәкле аҙыҡ-түлек:
10 "оя" туҡмасы;
350 грамм үҙегеҙ теләгән ит фаршы;
1 ҙур булмаған һуған йәки бер нисә тырнаҡ һарымһаҡ (һеҙҙең теләккә ҡарап);
100 грамға яҡын ҡаты сыр;
Йәшел тәмләткестәр, ҡара борос һәм тоҙ - тәме буйынса.
Фаршҡа бик ваҡ туралған һуған өҫтәйбеҙ (кем һарымһаҡ ярата, һуған урынына һарымһаҡ һала). Тоҙлайбыҙ һәм бешерәбеҙ.
Туҡмастан "оялар"ҙы тәрән табаға һалабыҙ. Алдан әҙерләнгән фарштың ҙур булмаған порцияларын урынлаштырабыҙ.
"Оялар” өҫтөнә, туҡмастың уртаһынан бер аҙ сығарыбыраҡ, ҡайнаған һыу һалабыҙ. Ҡапҡасты ҡаплайбыҙ һәм ҡайнап сыҡҡансы көслө утҡа ҡуябыҙ. Унан һуң минималь утка күсереп 10 минут бешерәбеҙ.
Әҙерләнеп бөтөү алдындағы блюдо өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән сыр һәм йәшел тәмләткестәр һалып, өҫтөн ҡаплайбыҙ ҙа, ҡабат биш минут самаһы тотабыҙ.
Ябай, тәмле, тиҙ әҙерләнә торған, туҡлыҡлы ризыҡ әҙер!
Аштарығыҙ тәмле булһын!