Дим буйҙары
+19 °С
Дождь
Общие статьи
4 Марта 2021, 18:33

Айыуҙар йоҡонан уяна

Еребеҙгә яҙ килеүен тайыштабандар ҙа һиҙә, күрәһең. Иглин районы фермеры Сәғитйән Иҙиәтуллиндың ҡышҡы йоҡоға талған айыуҙарының береһе уянған.

"Ҡыш буйы йоҡланың. Афарин! Ике ай ярым "ойоноң", - тигән яҙыу ҡалдырған һәм айыуҡайҙы "ҡупшыҡай" тип атаған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фермер бәләгә тарыған тайыштабандарҙы үҙ тәрбиәһенә алғайны. Ирекмәндәр табып алған цирк айыуы Тишка ла уның ҡарамағында.

Фото Сәғитйән Иҙиәтуллиндың шәхси архивынан.

Читайте нас