Дим буйҙары
+24 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
10 Марта 2021, 12:07
Бүреләр менән һөйләшәм тип уйлаған...
Бишбүләктә таныш булмаған вахтовикты үлтереүҙә ғәйепләнеүсегә хөкөм ҡарары сығарылған. Был ваҡиға 2020 йылдың 23 февралендә булғайны.
Әлеге хәлдәр полицейскийҙарҙың ике һүҙҙе дә ялғап әйтә алмаған, ҡанлы бысаҡ тотҡан ирҙе тотҡарлау менән башланып китә.
Тикшереү версияһы буйынса, ир иптәштәре менән Бишбүләк ауылында кафеға килгән, унда ныҡ эскән, Һөҙөмтәлә, ул кафела бер кеше менән конфликтҡа ингән. Шунан һуң ул урамға сығып китә.
Ғәйепләнеүсенең һүҙҙәренә ҡарағанда, ул урамда нисек йөрөгәнен томанлы ғына хәтерләй. Тик бер миҙгелдә уға бүреләр менән һөйләшкән кеүек тойола.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, юл ситендә автозаправка янында ултырған, шаҡтай эскән ир-ат янына әле генә вахтанан ҡайтҡан ир килгән һәм уның хәле менән ҡыҙыҡһынған. Ғәйепләнеүсе иһә, бысағын алып, уның күкрәгенә бер нисә тапҡыр сәнскән. Алынған яраларҙан ул һәләк була. Был "һөйләшеүҙе" үлтереүсе "бүреләр менән аралашыу" кеүек ҡабул иткән.
Суд был ирҙе кеше үлтереүҙә ғәйепле тип таныған һәм 8 йыл да 2 айға ҡаты режимлы колонияла ирегенән мәхрүм иткән. Судта енәйәтсе әлеге кешене ни өсөн үлтергәнен аңлата алмаған.
Фото: vesti.ru
kiziltan.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"