

Бындай эшкәртеү ысулы ағас-ҡыуаҡтарҙы төрлө ҡоротҡостарҙан, айырыуса талпан, үҫемлек бетсәләренән һаҡлай.
Ҡыуаҡтарҙы эҫе һыу менән эшкәрткәндә ниндәй ҡағиҙәләрҙе мотлаҡ үтәргә? Беренсенән, һыу ныҡ ҡайнар булмаһын – 60-70 градус булһа, етә. Әгәр ныҡ эҫе һыу һипһәгеҙ, бөрөләргә зыян килтереүегеҙ бар. Икенсенән, мотлаҡ лейка ҡулланығыҙ. 10 литр эҫе һыу 2-3 ҡыуаҡҡа тәғәйенләнә. Һыуға бер нисә тамсы марганцовка иретмәһе өҫтәргә мөмкин.
Әйткәндәй, ҡыуаҡтарҙы эҫе һыу менән эшкәртеү – борон замандан билдәле алым, баҡсасылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнгән халыҡтар уны элек-электән ҡулланған. Шулай уҡ тәжрибәле баҡсасылар әйтеүенсә, бындай “душ” үҫентеләрҙең ҡышҡы йоҡонан тиҙерәк уяныуына, үҫешенә, хатта уңдырышлылығына ла тәьҫир итә.
Фото: naogorode.ne