Дим буйҙары
+25 °С
Облачно
Общие статьи
16 Марта 2021, 05:35

Японияла сакура сәскә атҡан саҡ

Япония парктары был көндәрҙә сакура сәскәһенә күмелгән. Туристар ил символын күрергә Япониягә ашыға.

Японияның көнбайышында был илдең символы - сакура ғәҙәттәгенән иртәрәк сәскә атҡан. Японияның милли метеорология идараһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2021 йылда сакура Хиросима префектураһында 11 мартта сәскә ата башланған. Марттың беренсе декадаһы был төбәк өсөн иртәрәк. Бынан 11 йыл элек тә бында сакура шулай иртә сәскә атҡан булған. 2010 йылдың 10 мартында сакура ҡыуаҡтары алһыу сәскәләргә күмелгән.

12 мартта уҡ Фукуок префектураһында йәшәүселәр ҙә сакура сәскәһенә һоҡлана башлаған. Ҡағиҙә булараҡ, сакура сәскә атыуҙың юғары нөктәһе апрель башына тура килә. Был осорҙа Япониялағы барлыҡ парктар ҙа алһыу төҫтәргә күмелә.

Читайте нас