

Бының өсөн: 700 гр кишер, 300 гр һуған, 300 гр помидор, 250 гр баклажан йәки татлы борос, 100 гр бешкән дөгө ярмаһы, 5 бешкән йомортҡа, 100 гр үҫемлек майы кәрәк. Соус өсөн 0,5 литр ит һурпаһы, 500 гр ҡаймаҡ, 50 гр он, 100 гр томат пастаһы, тәменсә ҡара борос, тоҙ талап ителә.
Кәбеҫтәнең уртаһынан айырып, һыуҙа яртылыш бешерәбеҙ һәм япраҡтарын алабыҙ. Фарш өсөн йәшелсәләрҙе ваҡлап турайбыҙ һәм уларҙы үҫемлек майында ҡыҙҙырабыҙ. Ул һыуынғас, дөгөгә шаҡмаҡлап туралған йомортҡа, тоҙ, борос ҡушып болғайбыҙ. Еүеш таҫтамал өҫтөнә кәбеҫтәнең эре япраҡтарын теҙеп, уртаһына фарш һалабыҙ. Уның өҫтөнә бәләкәсерәк япраҡтарын һалабыҙ һәм уларының да эсенә фарш һалабыҙ, шулай уртаға ҡәҙәр теҙәбеҙ. Уртаһына кәбеҫтәнең ҡырҡып алған уртаһын ҡуябыҙ. Таҫтамал ярҙамында кәбеҫтәне әүәлге формаһына ҡайтарабыҙ ҙа, 20 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Соус өсөн ондо һурпаға ҡушып ҡайнатып сығарғас, ҡаймаҡ ҡушып 7 минут тирәһе бешерәбеҙ. Томат пастаһын айырым бер һауытта яртыһы ҡалғансыға тиклем ҡайнатабыҙ һәм соус менән ҡушабыҙ. Тоҙ, борос өҫтәйбеҙ.
Майлы табаға кәбеҫтәне таҫтамалынан алабыҙ һәм 180 градус эҫелектәге духовкаға бешерергә ҡуябыҙ. Бешеп етәрәк өҫтөнә соус ҡоябыҙ һәм йөҙө килгәнсе тотабыҙ.
Фото: tr.pinterest.com