Ҡышҡы һалҡын көн. Балыҡсылар балыҡ ҡармаҡлап ултыра. Араларынан береһе, бүреген сисеп, эргәһенә һалған.
– Һин нимә, аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә? Туңаһың бит! Тиҙерәк кей бүрегеңде!
– Шулай итмәй ни, ана, кисә лә тегендәге иптәштәр араҡы эсергә саҡырған. Ә мин, йүләр, ошо бүрек арҡаһында саҡырғандарын ишетмәгәнмен.
- Сәйнүктә һыу ҡайнап сыҡҡас һыу молекулалары менән нимә була?
- Улар сәйнүк ҡапҡасын күтәрә башлайҙар.
Стюардесса бөтә пассадирҙарҙы ялҡытып бөткән тиктормаҫ малайға:
- Күрәм, һиңә бында күңелһеҙ. Бәлки, тышҡа сығып уйнап керерһең? - ти.
– Ҡан баҫымығыҙ юғары, – ти икән табип пациентҡа.
– Һиҙеп торам: балыҡ тотоуҙан...
– Был шөғөл, киреһенсә, тынысландырырға тейеш тә...
– Ризамын! Ләкин мин бит балыҡты тыйылған урында тотам..
– Һин нимәшләп кисә уҡырға килмәнең?!
– Әсәйем салбарҙарымды йыуғайны.
– Мин өйөгөҙ эргәһенән үтеп бара инем. Ҡараһам, салбарығыҙ эленеп тора. Һеҙ ҙә мәктәпкә килмәҫһегеҙ, тип уйланым.
Ҡатыны гәзиттән ғәрәсәттәр, һыу баҫыуҙар, шул арҡала миллиондарса һум зыян килеүе тураһында хәбәрҙәрҙе ҡысҡырып уҡый.
– Бына күрҙеңме! – тип һикереп тора ире. – Ә һин, бөтөн зыян араҡынан, тиһең!
Һары толомло ҡыҙ авиакомпанияға шылтырата:
- Һаумыһығыҙ, минең исемгә билет яҙып ҡуймаҫһығыҙмы икән?
- Нисә кеше осасаҡ һеҙҙең менән?
- Ҡайҙан беләйем мин. Һеҙҙең самолет та инде.
Әсәһе 5 йәшлек улынан һорай:
– Улым, һиңә һеңлекәш алып ҡайтайыҡмы?
– Кәрәкмәй, әсәй! Атайым да ҡаршы булыр... Мин бесәй балаһы алып ҡайтҡас нисек асыуланғанын оноттоңмо ни!
Улы атаһынан һорай:
- Атай, дәүләт нимә була ул?
- Дәүләт ни, шул, ҙур ғаилә кеүек инде, улым. Бына мин - власть, әсәң- министр, өләсәң - ФСБ, ә һеҙ, балалар - ябай халыҡ...
Бер ваҡыт, атаһы аҙна ярымлыҡ командировкала саҡта улы шылтырата, ти:
- Атай, срощны ҡайт! Өйҙә көн дә яңы власть! ФСБ йоҡлай... Халыҡ ныҡ тулҡынлана!!!
Ҡунаҡта бер ир ҡатындың йәше менән ҡыҙыҡһына. Ханым йылмайып:
- Ә һеҙ нисә йәш тип уйлайһығыҙ һуң?”-ти.
Ир:
-Ирендәрегеҙҙең төҫөнә ҡарағанда-17, ҡаштарығыҙҙың ҡыйылып тороуына ҡарағанда-16, битегеҙҙең төҫөнә ҡарағанда-20. Йәмғеһе – 53 инде.