Дим буйҙары
+20 °С
Облачно
Общие статьи
6 Апреля 2021, 06:14

Гөлдәрегеҙ шау сәскәлә булһын, тиһәгеҙ...

Тәҙрә төптәрендә үҫеп ултырған гөлдәр интерьер предметы ғына түгел, ә беҙҙең кеүек үк өйҙә йәшәүселәр. Уларҙың да кешеләр кеүек ауырыған, ял иткән саҡтары була.

Беҙ һыу эсмәйенсә тора алмаған кеүек, гөлдәрҙең дә йәшәү сығанағы – һыу. Гөлдәребеҙ матур булып үҫһен өсөн һыуҙы ла дөрөҫ һибәргә кәрәк икән.
Крандан аҡҡан һыу гөлдәргә “килешмәй”. Башҡа һыу булмаһа, крандан алынған һыуҙы бер тәүлек буйы асыҡ һауытта тоторға кәрәк.
Һыуҙың йылылығы бүлмә температураһындағы кеүек булырға тейеш. Һалҡын һыу гөлдәрҙә тамыр ауырыуҙары барлыҡҡа килтерә.
йәйгеһен – ямғыр һыуы, ҡышҡыһын ирегән боҙҙо һибеү гөлдәргә уңай тәьҫир итә.
Известь күләме күп булған ҡаты һыу – гөлдәрҙең дошманы. Һыуҙы йомшартыу өсөн һибер алдынан бер нисә семтем лимон кислотаһы һалып болғатырға, йәиһә бер биҙрә һыуға 100 грамм торф һалып тоторға кәрәк.
Тупраҡтың өҫтөн генә сылатып, әҙ-әҙләп һәм йыш һыу һибеү гөл өсөн зыянлы. Һыуҙы гөлдөң тупрағы тулыһынса сыланырлыҡ итеп төбөн тултырып, гөл һауыты аҫтындағы тәрилкәһенә йыйылырлыҡ итеп һибергә кәңәш ителә. 15-20 минуттан һуң гөл һауытының аҫтындағы тәрилкәһенә йыйылған һыуҙы түгергә кәрәк.
- Ҙур һауыттағыһына ҡарағанда, бәләкәй һауытта үҫеүсе гөлдәрҙең тупрағы тиҙерәк кибә.
- Ҡыш, көҙ, яҙ айҙарында гөлдәргә һыуҙы иртән һибергә кәрәк. Ә йәйгеһен – киске яҡта. Әгәр ҙә бик эҫе һәм ҡоро һауа торошо икән, иртән дә, кисен дә һыу һибелә.
- Һыу әйләнеше яҡшы булһын өсөн гөл тупрағын йыш йомшартып торорға кәңәш ителә.
- Әгәр ҙә гөл сүлмәгенә сирткәс, яңғырау тауышы ишетелә икән, тимәк тупрағы кипкән, тиҙерәк һыу һибегеҙ.

Читайте нас