Дим буйҙары
+20 °С
Дождь
Общие статьи
7 Апреля 2021, 02:47

Ҡоштар ҡайта тыуған еренә

Быйыл сыйырсыҡтар көттөрөп кенә килде. Көн дә тәҙрә ҡаршыһындағы ояға күҙ һала торғас, пар ҡошсоҡтарҙың ояға бер инеп, бер сығып йөрөүҙәрен күрҙем. Ә талпынып-талпынып һайрауҙары һуң?!.

Халыҡта "сыйырсыҡ диңгеҙ артына китһә лә, тыуған ояһына ҡайта", тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Орнитологтар әйтеүенсә, иң тәүҙә ата сыйырсыҡ килә. Ул бик матур итеп һайрай, әммә уның йыры моңһоуыраҡ була. Ә инде инә сыйырсыҡ ҡайтҡас, улар бергәләшеп илһамланып йырлайҙар.

Сыйырсыҡ хатта башҡа ҡош булып та йырлай ала. Сыйырсыҡ башҡарыуында ҡарға тауышын да, ҡарлуғас сырҡылдауын, ҡолон кешнәүен һ.б. тауыштарҙы ла ишетергә мөмкин.

Сыйырсыҡтың йомортҡаһы зәңгәрһыу төҫтә була. Сыйырсыҡ балаларының ауыҙҙары ҙур, суҡыш ситтәре һары төҫтә, ҡараңғы ояла ата-әсәләре уларҙы шул һары суҡыштарынан таба ла инде. Был осорҙа сыйырсыҡ концерттары туҡтап тора, сөнки улар балаларына ем ташыу менән мәшғүл. Ғалимдар күҙәтеүенсә,улар һәр ике минут һайын балаларына бөжәк килтереп тора икән.

Был йырсы ҡоштар тәбиғәткә бик ҙур файҙа килтерә: улар көнөнә 300-350 бөжәкте юҡ итә.

Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.

Читайте нас