Дим буйҙары
+5 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
9 Апреля 2021, 05:01

Апрель айына баҡса эштәре

Был айҙа ниндәй эштәр башҡарыла?

Апрелдә асыҡ грунтта сәсеү өсөн орлоҡтарҙы барларға, тишелештәрен тикшерергә кәрәк. Кишер, петрушка, укроп, сөгөлдөр, салат, шпинат, башлы һуған орлоҡтарын сәсеүгә әҙерләйҙәр (зарарһыҙландыралар, һыуҙа йәки микроэлементтар иретмәһендә сылаталар, ә зонт сәскәле йәшелсә культуралары орлоғон 2 аҙна дауамында сыныҡтыралар, йәғни 0+2°С температурала тоталар).

Ҡар иреп бөтөү менән үк, тупраҡ әле бик дымлы саҡта, баҡсаға азотлы ашламалар (мочевина, аммиак селитраһы, тиреҫ шыйыҡсаһы) индерелә. Был ваҡытта улар тупраҡта һәйбәт тарҡала, яҙғы һыу инде уларҙы аҫҡы ҡатламдарға ағыҙып алып төшөп китә алмай. Бигерәк тә баҡсағыҙҙа баҡса еләге үҫтерһәгеҙ, унда был ысулды ҡулланыу бик һөҙөмтәле.

Апрель урталарынан һуң ултыртырға 3 аҙна самаһы ҡала бәрәңгене баҙ йәки подвалдарҙан сығарып, асыҡ һауала йәиһә яҡты урында (һарайҙа) шыттырыу өсөн таратып ҡуйырға кәрәк. Иртә өлгөрә торған сорттарын +8-10°С, ә уртаса өлгөрә торғандарын +12-15°С йылыла тоталар.

Тупраҡты эшкәртеү менән үк кишер, петрушка, укроп, редис, салат, шпинат, борсаҡ, сөгөлдөр, орлоҡ һуғаны сәсәләр, йәшел ҡыяҡ өсөн һуған, башлы һуған алыу өсөн орлоҡ, һарымһаҡ, иртә өлгөрә торған аҡ башлы кәбеҫтә ултырта башлайҙар.

Теплицала был айҙа ҡыяр һәм помидорҙарҙы ҡарап үҫтереүҙе дауам итәләр, ә пленкалы яҙғы теплицаларҙы файҙаланыу өсөн әҙерләйҙәр (пленка ябалар, биояғыулыҡ тултырыу тамамлана) һәм ҡыяр үҫентеләрен (рассада) ултырта башлайҙар.

Апрель башында парниктарға биояғыулыҡ тултыралар, туҡлыҡлы ҡатнашма һалалар һәм унда рассада, йәғни үҫентеләрҙе урынлаштыралар.

Апрелдең беренсе яртыһында иртә өлгөрә торған кәбеҫтәне күсереп ултыртыу тамамлана, ә икенсе яртыһында помидор, борос һәм баклажандарҙы күсереп ултырталар.

Парниктарҙағы ҡыярҙарҙы, помидорҙарҙы һәм йәшел килеш ҡулланыла торған культураларҙы ҡарап үҫтереүҙе дауам итәләр, өлгөрөүҙәренә ҡарап, йәшел культураларҙың уңышын йыйып ала башлайҙар.

Шәһри Казан һәм Ватаным Татарстан сайттарынан алынды.

Читайте нас