Дим буйҙары
+28 °С
Дождь
Общие статьи
9 Апреля 2021, 10:06

Ҡышҡы кейемдәрҙе нисек һаҡларға?

Әйберҙәрҙе һаҡларға алып ҡуйғансы, әлбиттә, иң тәүҙә таҙартырға кәрәк.

Ҡышҡы кейемдәрҙе, аксессуарҙарҙы — шарф, бейәләй-бирсәткә һәм башлыҡтарҙы йыуырға кәрәк, ә өҫкө кейемдәрҙе химчисткаға бирергә лә була. Тундарҙы махсус чехолдарға һалып ҡуялар. Һаҡлар урыны аҙ булған кешеләргә пальто, пуховиктарҙы ҙур тартмаларға, ваккум пакеттарға һалып, өҫкө кәштәләргә ҡуйырға була. Әммә ваккум пакеттар нәфис кейемдәр өсөн бик ҡулай түгел. Әгәр шкафтарығыҙҙа урын етерлек икән, кейем-һалымды, аяҡ кейемдәрен өҫтәге кәштәләргә ҡуйып тормаһағыҙ ҙа була, чехол кейҙертеп элгестә ҡалдырырға ла мөмкин.

Аяҡ кейемдәрен һаҡлауҙың да бер нисә варианты бар.

- Ябай ысул — үҙ тартмаларында һаҡлау. Ләкин бының етешһеҙлеге бар: кәрәкле парҙы табыу өсөн барлыҡ тартманы асып ҡарарға тура килеүе бар. Бынан тыш, был тартмаларҙың ҙурлығы ла төрлө, уларҙы уңайлы һәм матур булып торорлоҡ итеп урынлаштырыу яйһыҙыраҡ. Ҡайһы берәүҙәр аяҡ кейемен фотоға төшөрә һәм тартма тышына беркетә, әммә был ысул да бигүк уңайлы түгел. Алты, һигеҙ йәки ун ике пар аяҡ кейеменә иҫәпләнгән махсус органайзерҙар һатыла. Кәрәкле үлсәмгә тура килтереп бүлер өсөн беркетелә торған аралыҡтары бар. Оҙон ҡуныслы итектәрҙе һаҡлау өсөн дә махсус тартмалар бар икән.

Ҡышҡы кейемдәрҙе көйә күбәләгенән дә һаҡлау мөһим.

Ҡышҡы кейемдәр янына көйә күбәләгенә ҡаршы пакеттар ҡуялар, ғәҙәттә, улар лавандалы була. Бындай пакетиктарҙы бер нисәне һалып йәки элеп ҡуйырға мөмкин. Шулай ҙа кейемдәрҙе йышыраҡ ҡарап торырга һәм елләтергә кәрәк.

http://sarman-rt.ru

Читайте нас