Дим буйҙары
+20 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
21 Апреля 2021, 12:02
"Пинчер" торты
Блы тәмле һәм татлы тортты бешереү өсөн кәрәкле ризыҡтар һәр йортта бар.
Бисквит:
- 6 йомортҡа
- 1 стакан шәкәр
- 1 стакан һөт
- 1,5 стакан он
- 0,5 стакан көнбағыш майы
- 2 аш ҡалағы какао
- 1 ҡап ҡамыр йомшартҡыс (1 балғалаҡ сода)
Крем:
- 700 г һарҡытылған ҡаймаҡ (20%)
- 100 г ҡайнатылғанын ҡуйыртылған һөт
- 120 г шәкәр пудраһы
1.Йомортҡалар менән шәкәрҙе күпергәнсе туғырға (5-7 минут).
2.Һөттө, майҙы ҡушырға.
3.Ҡоро ингредиенттарҙы иләк аша үткәреп өҫтәргә, яҡшылап болғатырға.
4.Листҡа пергамент ҡағыҙы түшәп, ҡамырҙы ҡойоп тигеҙләргә.
5.180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 30-40 минут бешерергә. Әҙерлеген шырпы төртөп тикшерергә.
6.Бисквит һыуынғансы крем әҙерләйбеҙ. 1 л ҡаймаҡты алдан һарҡытып алырға ла, уға ҡайнатылғанын ҡуйыртылған һөттө, шәкәр пудраһы ҡушып, яҡшылап туғырға.
7.Бисквитты ромбиктарға киҫергә, һәр береһен кремға манып, тау формаһында өйөп теҙергә.
8.2-3 сәғәткә һыуытҡысҡа оҙатырға.
Крем әҙерәк һеңгәс, торттың өҫтөн иретелгән шоколад менән биҙәргә була.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
#Уңған_килендән_рецепттар
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"