Дим буйҙары
+23 °С
Облачно
Общие статьи
26 Апреля 2021, 15:14

“Өфө" көршәк ашы

Был ризыҡты әҙерләү өсөн ит, һуған, кишер, фасоль, ҡара емеш һәм помидор, бал, әнис кәрәк.

Әҙер итте өлөштәргә (4-5 киҫәк) бүлергә, тоҙ, борос һибергә, иретелгән майҙа ҡыҙҙырырға. Итте көршәктәргә һалырға, эҫе һурпа ҡойорға һәм ҡара емеш, фасоль, еңелсә ҡыҙҙырылған помидор, һуған, кишер һәм тәмләткестәр өҫтәргә. Барыһын бергә талғын утта әҙер булғансы быҡтырырға. Бешеп сығыр алдынан бал өҫтәргә, бутарға һәм ваҡлап туралған тәмләткес үләндәр һибеп табынға бирергә. Көршәк ашын йәш йылҡы итенән дә әҙерләргә мөмкин.

Һыйыр ите 100-150 г,
ит һурпаһы 150-200 г,
иретелгән май 10 г,
башлы һуған 15-20 г,
бешкән фасоль 80-100 г,
төшһөҙ ҡара емеш 30-40 г,
яңы помидор 15-20 г,
бал 10-15 г,
кишер 10-15 г,
петрушка йәки укроп 2-3 г,
кәрәгенсә тоҙ һәм тәмләткестәр.

"Башҡортостан календары"нан.

Читайте нас