Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
Общие статьи
6 Мая 2021, 02:34

Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре ҡотлау хаттары аласаҡ

Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән ветерандарға Рәсәй Президентынан ҡотлау хаттары таратыла.

Башҡортостанда почта 40 меңдән ашыу ветеранға Бөйөк Еңеү көнө уңайынан ҡотлау хаттары таратасаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин исеменән әҙерләнгән открыткалар почта бүлексәләренә айырым партия менән еткерелә. Конверттарҙың тышы иҫтәлекле даталар, һалдаттар, тылда ҡалған балалар һәм ҡатындар һүрәттәре менән биҙәлгән.
Хаттар менән эшләүсе почта хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ҡотлау сәләмдәрен таратыу мөһим һәм тулҡынландырғыс сараларҙың береһе булып тора.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас