Дим буйҙары
+18 °С
Ясно
Общие статьи
19 Мая 2021, 06:49

Файҙалы бутҡа

Ҡарабойҙай ярмаһы гемоглобины түбән булғандарға һәм диабет менән ауырыусылар өсөн файҙалы. Башҡа ярмаларҙан айырмалы рәүештә ҡарабойҙайҙа углеводтар әҙ. Шуға күрә был бутҡа артыҡ ауырлығы булған кешеләргә лә файҙалы.

Бының өсөн 2 аш ҡалағы ҡарабойҙай ярмаһын ҡайнар һыуҙа йыуып алабыҙ. 1 стакан кефирға (1 процентлы) ҡарабойҙайҙы һалып бутайбыҙ. Төнгөлөккә стакандың өҫтөн ҡағыҙ менән ҡаплап һалҡыныраҡ урынға ҡуябыҙ. Иртән ашар алдынан 15 минут ҡалғас ашарға.

Һөҙөмтә ике аҙна ла уҡ күренә. Был ысул ябығырға ла булышлыҡ итә.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Читайте нас