Дим буйҙары
+20 °С
Облачно
Общие статьи
19 Мая 2021, 12:07

Йәнә өс мәктәпкә теракт янауы хаҡында хәбәр килгән.

"Башанформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, баш ҡалала бөгөн өс мәктәпте эвакуациялағандар. 7-се, 27-се мәктәп, шулай уҡ 115-се гимназиянан уҡыусыларҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе сығарғандар.

Белем биреү учреждениеларына теракт янауы тураһында электрон хәбәр ебәрелгән, тигән мәғлүмәт барлығы билдәле булғас, хоҡуҡ һаҡлаусылар, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ошо мәктәптәргә юлланған. Белем усаҡтарында тикшереү үткәрелгән, хәүефле әйберҙәр табылмаған.
Читайте нас