

Быны дүрт этапта эшләргә кәрәк. Тәүгеһе бөрөләр бүрткәс эшләнһә, икенсе этап япраҡтар асылғас. Сөнки тап йәшелләнеп сыҡҡан япраҡтар ҡоротҡостар өсөн иң тәмле аҙыҡ.
Өсөнсө этап – ҡыуаҡтар һәм ағастар сәскә атыр алдынан. Тик сәскә атты икән, дарыу һиптерергә ярамай. Ағыуы емештең уртаһында тороп ҡаласаҡ.
Дүртенсе этап – сәскә атҡандан һуң эшләнә. Алма ағасы баш бармаҡ тырнағы хәтлем, ҡарағат һәм крыжовник борсаҡ хәтлем булғас, дарыу һиптерегеҙ.
Ағастарҙы тулыһынса эшкәртергә кәрәк. Осонан алып, олононоң төбөнә тиклем! Бер ҙур ағасҡа 5 – 6 литр дарыу, ҡыуаҡҡа 1 – 1,5 литр дарыу сарыф ителә. Препараттарға килгәндә иһә ҡоротҡостарҙың күпселегенә ҡаршы көрәшкәнен алырға кәрәк. Ағыу буласаҡ уңышҡа насар тәьҫир итер тип ҡурҡмағыҙ, уларҙың һәр береһенең үҫентеләрҙе һаҡлау ваҡыты сикләнгән.
Лилиә Нуретдинова,
Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса белгесе.