Дим буйҙары
+19 °С
Ясна
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
2 Июнь 2021, 03:12
Эш сифатын арттыра
Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансерға стационар һәм амбулатор звенола эшләүсе табиптарҙың эш урындарын йыһазландырыу өсөн 86 компьютер комплекты һатып алғандар.
- Әлеге ваҡытта табип эше электрон документтарҙы тултырыу һәм автоматлаштырылған медицина мәғлүмәт системаларын алып барыу менән туранан-тура бәйле. Эш урындарын арттырыу, уларҙы техник йәһәттән йыһазландырыу эш тиҙлеген арттыра, медицина ойошмалары араһындағы мәғлүмәти хеҙмәттәшлеккә булышылыҡ итә, мәғлүмәт әйләнеше сифатын күтәрә, – ти медучреждениеның баш табибы Рауил Шәрипов.
Табиптарға автоматлаштырылған эш урындарын булдырыу ғәмәле “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проектына ярашлы башҡарылған.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
Фото: health.bashkortostan.ru
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Август , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Август , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"