Дим буйҙары
+24 °С
Облачно
Общие статьи
10 Июня 2021, 04:52

Йәйге ялдар мәле етә

Күптәрҙең йыл буйы көтөп алған отпускы ваҡыты еткәндер. Берәүрҙәр диңгеҙ буйҙарына юлланһа, икенселәр тыуған төйәгендә ял итеүҙе хуп күрә.

Элегерәк отпускыны тулыһынса алыу мөмкин булһа, һуңғы йылдарҙа уны бүлеп алалар.

Эксперттар белдереүенсә, оҙайлы отпускынан һуң кеше эш мөхитенә өйрәнеп китә алмай аҙапланырға мөмкин. Ә бүленгән ялда кеше иркенләп ял итеп өлгөрмәй.

Кеше оҙаҡ отпуск алмаһа, эмоциональ кимәлдә яныуы мөмкин. Шуға күрә, ял, йыл буйына йыйылған өй эштәрен эшләү өсөн түгел, ә эштән онотолоп, ғәҙәти йәшәү рәүешенән ҡайҙалыр сығып китеп, яңы эмоциялар алыу өсөн алынырға тейеш. Оҙайлы отпуск шуныһы менән дә файҙалы: кеше эштән арынып, йәшәү ҡиммәттәре, тормошо хаҡында уйлана, ти белгестәр.

Читайте нас